Бөгөн 124 -се һанлы мәктәбендә башҡорт теле көнөнә арналған бик матур саралар үтте. Ул балаларҙы туған телгә, туған әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәтелде. 1класс уҡыусыһы Абзалов Саньяр Ғабдулла Туҡайҙың. "Туған тел" шиғырын һөйләне. 5класс уҡыусылары менән Роза Бату ҡыҙы һәм Элиза Тимур ҡыҙы " Түңәрәк өҫтәл"формаһында ярыш үткәрҙе. Уҡыусылар бик актив ҡатнаштылар. Мәҙинә Ғабдулхак ҡыҙы 3а класында тел көнөнә арналған дәрес үткәрҙе. Уҡыусылар шиғырҙар һөйләнеләр, стенгазета сығарзылар, һүрәттәр конкурсында КВН- дә ҡатнаштылар. Башҡорт теленә арналған саралар бөтәһенә лә оҡшаны.